+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Июль 2019, 12:19

Ғаилә фестивале

8 июлдә Бөрө ҡалаһының Октябрьск майҙанында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған республика байрамы уҙа. Унда БР Башлығы вазифаһын башҡарыусы Р. Ф. Хәбиров ғүмер юлдашы Каринэ ханым менән балалар тәрбиәләүҙә ҙур уңыштар менән айырылып торған ата-әсәләргә «Ата-әсәлек батырлығы» миҙалын тапшырасаҡ. Оҙаҡ йылдар дауамында парлы татыу ғүмер үрнәге булған ғаиләләр «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнәсәк, «Йыл ғаиләһе» Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы еңеүселәре тәбрикләнәсәк. Фестивалде республиканың иң яҡшы ижади көстәре һәм ғаилә дуэттары биҙәйәсәк.


Читайте нас: