+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Июль 2019, 12:18

Хосписҡа ярҙам

Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында «перспективаһыҙ ауыл» тип бөтөрөлгән Буҙыҡайҙа Зариповтар нәҫеленең шәжәрә байрамы үтте. Ҡәрҙәштәр осрашыуында ҡатнашыусылар хәйер аҡсаһы ла йыйҙы. Байрамды ойоштороуға һәм үткәреүгә күп көс һалған Ҡырҙаста йәшәүсе Алтынбикә һәм Нәғимйән Вәлиевтар шул аҡсаға микротулҡынлы мейес, сәйнүк һәм башҡа аш-һыу кәрәк-яраҡтары алып, Салауат хосписына бүләк итте.

Самат ФӘЙЗУЛЛИН,

матбуғат ветераны.


Читайте нас: