Рәсәй Президенты Владимир Путин 2020 йылды Хәтер һәм Дан йылы итеп иғлан итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. «1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы, тарихи хәтерҙе һаҡлау маҡсатында 2020 йылды Рәсәйҙә Хәтер һәм Дан йылы булараҡ үткәрергә», — тиелә документта. Тарихи датаға арналған йылды иҫтәлекле итеп үткәреү эштәре менән «Еңеү» ойоштороу комитеты шөғөлләнәсәк.