+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Июль 2019, 12:24

Киләһе уйын — һуңғыһы

Был аҙна еңеүселәренә бүләккә кер үтекләү таҡтаһы һәм плед әҙерләнгәйне. Шулай итеп, киләһе ярты йыллыҡҡа «Осҡон» гәзитенә яҙылып, квитанция күсермәләрен ебәргәндәр араһынан был шәп бүләктәр Красная Башкирия һәм Йәнгел ауылдарына юлланды. Юлия Шакироваға (Йәнгел) кер үтекләү таҡтаһы эләкте, ә Г. Шараповаға салаттар һауыттары сыҡты. Бәхетле квитанция хужаларының паспорт, ИНН, СНИЛС күсермәләрен алып, редакцияға килеүҙәрен үтенәбеҙ.

Шуны ла иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: гәзиткә яҙылыу 14 июлгә тиклем барасаҡ. Шулай уҡ һәр айҙың 22-һенә тиклем яҙылып өлгөрһәгеҙ, «Осҡон» өйөгөҙгә унан һуңғы айҙан килә башлаясаҡ. Редакция аша алдырған район үҙәге халҡы яҙылған көндөң иртәгәһенән гәзитебеҙҙе алып уҡый ала.
Читайте нас: