+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Июль 2019, 12:21

Нефтсе булырға теләүселәр күп

Башҡортостандың төп вуздарының береһе булған Өфө дәүләт нефть-техник университетына алты меңенсе абитуриент документтарын тапшырҙы, тип хәбәр итә «Башинформ». Йылдан-йыл абруйлы уҡыу йортона инергә теләүселәр араһында БДИ-ла юғары балл йыйыусы, олимпиадаларҙа еңеүсе уҡыусылар арта, һөҙөмтәлә, конкурс та бик юғары була. Әйткәндәй, ӨДНТУ етәкселеге буласаҡ студенттар өсөн һөнәрҙәр исемлеген арттырҙы. Быйылдан вузда йәш белгестәрҙе Рәсәйҙең билдәле нефть һәм газ компанияларына эшкә ебәреү өсөн махсус программалар эшләй башланы.


Читайте нас: