+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июль 2019, 19:04

Һаҡ булығыҙ: ВИЧ!

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Урал аръяғында ВИЧ сирлеләрҙең артыуы күҙәтелә. Айырыуса был күрһәткес Әбйәлилдә артҡан, тип яҙа сығанаҡ. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: иммунодефицит вирусы йоҡтороусылар араһында пенсия йәшендәге кешеләр йышыраҡ асыҡланған. Төп зарарланыу юлы — һаҡланмаған енси бәйләнеш. Кешеләрҙең эскегә бирелеүе, шәхси гигиена талаптарын үтәмәүе, тәртипһеҙ тормош алып барыуы, ҙур ҡаланың яҡын булыуы ВИЧ йоҡтороуға сәбәпсе булып тора.
Читайте нас: