+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июль 2019, 11:38

Хәрби диңгеҙ флоты ветерандары берләште

Районда Сик буйы ғәскәрҙәре, Афғанстан яуын үткән уҙамандар, Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәм башҡалар үҙ ойошмаларын булдырып, әүҙем эшләп килә. Ошо көндәрҙә йыйылыш уҙғарып, Хәрби диңгеҙ флоты ветерандары ла үҙ ойошмаһын булдырҙы, уның етәксеһе итеп Бикбай Насирйәнов һайланды. Моряктар араһында Төньяҡ, Тымыҡ океан, Балтик һәм Ҡара диңгеҙ флоттарында хеҙмәт итеүселәр бар. Быйыл 28 июлгә тура килгән Хәрби диңгеҙ флоты көнөндә район үҙәгендә осрашып, парад уҙғарырға килеште егеттәр.


Читайте нас: