+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Июль 2019, 17:35

Аҡбуҙатҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, «Урал батыр» һәм «Аҡбуҙат» эпостарының персонажы, мифик ат — ҡанатлы толпар — Аҡбуҙатҡа Бөрйән районында һәйкәл ҡуйыласаҡ. Сөгөндән һынландырыласаҡ был фигура башҡорт эпостарына арналған тәүге скульптура була. Һәйкәлде урынлаштырыу урыны тип Йылҡысыҡҡан күле биләмәһе һайланған. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса билдәле башҡорт скульпторы Өлфәт Ҡобағошовтың эскизы иң яҡшыһы тип табылған. Аҡбуҙаттың бейеклеге 3,5 метр, ә һәйкәлдең дөйөм бейеклеге 5 метр була, тип күҙаллана. Һәйкәлде асыу август айына планлаштырылған.
Читайте нас: