+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Июль 2019, 17:28

Августа нисек ял итәбеҙ?

Мосолман календарындағы әһәмиәтле көндәрҙең береһе — Ҡорбан байрамы быйыл 11 авгусҡа тура килә. Ул Ураҙа ғәйетенән һуң 70 көн үткәс билдәләнә. 11 август йәкшәмбе булғас, ял көнө — 12 август, дүшәмбегә күсерелә. Республикала дини байрамға бәйле ҙур саралар планлаштырылған. Өфөлә ҡорбан салыу өсөн ике майҙансыҡ ойошторола, уларға индерелгән малды ветеринария белгестәре контролдә тотасаҡ.
Читайте нас: