+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Август 2019, 11:39

Башҡорт атлыларының ҡоралдары табылды

Эҙәрмәндәр отряды Луганск Республикаһы биләмәһендә ҡаҙыныу эштәре алып барғанда 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренең ҡоралдарын тапҡан, тип хәбәр итә «Башинформ». Тарихи әһәмиәткә эйә булған был ҡаҙылмалар Башҡортостандың Хәрби дан музейына килтерелгән. 1943 йылда Штеровка ауылы янында барған яуҙа башын һалған башҡорт һыбайлыларының йүгән, балта, ат дағалары һәм башҡа атрибуттары менән музей күргәҙмәләрендә танышырға мөмкин.


Читайте нас: