+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Август 2019, 11:59

Башҡортостан сит төбәктәрҙә башҡорт милләтен үҫтереү өсөн яуаплы

Ырымбур өлкәһендә йәнә Башҡортостан Республикаһы Вәкиллеге асылыуы ихтимал. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Рәсәй төбәктәренең башҡорт йәмәғәтселеге вәкилдәре менән осрашыуҙа белдерҙе. «Республика Вәкиллеге кәрәк, беҙ был хаҡта бер нисә тапҡыр фекер алыштыҡ. Беҙҙә иҡтисади бәйләнештәр шаҡтай тығыҙ, Ырымбурҙың күп кенә эшҡыуарҙары Урал аръяғында эшләй. Республика Хөкүмәтенә йөкләмә бирермен», — тип билдәләне Радий Хәбиров. Осрашыуҙа төбәктәрҙә башҡорт телен уҡытыуҙың көнүҙәк мәсьәләләре лә күтәрелде. Был һорау осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙың барыһын да — Татарстан Республикаһы, Силәбе, Ҡурған, Ырымбур, Свердловск өлкәләре, Премь крайы башҡорттарын борсой. Дәүләт Йыйылышы рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова билдәләүенсә, әлеге көндә Силәбе өлкәһендә — 32, Ырымбур өлкәһендә — 12, Ҡурған өлкәһендә өс мәктәптә башҡорт теле уҡытыла. Ырымбур өлкәһе ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Йәғәфәр Яманһарин хәбәр иткәнсә, Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ ҡалаһында ата-әсәләр башҡорт телен өйрәтеүҙе һорап 120 ғариза биргән. Дәреслектәр һәм уҡытыусылар кәрәк.


Читайте нас: