+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Август 2019, 11:58

Рысҡужалар иманлы халыҡ

Изге байрам айҡанлы Рысҡужала күп ғаиләләр ҡорбан салды. Таңһылыу һәм Рәжәп Яҡуповтар ғаилә именлегенә бағышланған ҡорбан ашын мәсеттә ойошторҙо. Рәүеф Ҡотлоәхмәтов тәүге тапҡыр аят уҡыны, ауылдың имам-хатибы Илсен Яҡупов халыҡҡа дини китаптар бүләк итте, вәғәздәр һөйләне. Мәсеткә йыйылған халыҡ хәйер-саҙаҡалар таратып, мәсет алдында ҡаҙанда бешкән бишбармаҡтан ауыҙ итеп, Яҡуповтарға рәхмәт еткерҙе, сауап ҡылды. Ауылдаштарымдың, бигерәк тә йәштәр араһында иман юлына баҫыусыларҙың күбәйеүе үтә лә ҡыуаныслы.

Латифа МОСТАФИНА,

«Ағинәйҙәр» ҡоро ағзаһы.
Читайте нас: