«Известия» гәзите хәбәр итеүенсә, ойошма-предприятиелар етәкселәре эш-селәрҙең эшкә сыҡҡанда айыҡмы-иҫерекме икәнлеген тикшереү хоҡуғына эйә буласаҡ. Был тәҡдимде РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы индерҙе. Ведомство белгестәре әйтеүенсә, был аҙым производствола бәхетһеҙ осраҡтарҙы сикләйәсәк. Тикшереү өсөн алкотестер ҡулланыласаҡ. Бынан тыш спиртлы эсемлектәрһеҙ корпоративтарҙы модаға әйләндереү планға алынған. «Күңелле итеп байрам итеү өсөн араҡы эсеү мотлаҡ түгел», — тигән фекерҙә улар.