+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Август 2019, 12:13

Иң яҡшы 20 мәктәпкә — миллион һумлыҡ грант

16 августа «Торатау» Конгресс-холында уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе үтте. Яңы уҡыу йылында мәғариф системаһында ла үҙгәрештәр көтөлә. 1 сентябрҙән республиканың бөтә мәктәптәре лә биш көнлөк уҡыуға күсә, был педагогтарҙың эш хаҡында сағылмаясаҡ. Шәмбе көндәрендә балаларҙың теләге буйынса өҫтәмә белем биреү дәрестәре ҡуйыласаҡ. Бынан тыш белем биреү учреждениелары өсөн берҙәм меню булдырыу мотлаҡ, тигән талап ҡуйылды. Яңы уҡыу йылында үҙҙәрен иң яҡшы яҡтан күрһәткән 20 мәктәп (10 ҡала һәм 10 ауыл мәктәбе) эш һөҙөмтәләре буйынса бер миллион һумлыҡ грант менән бүләкләнәсәк.
Читайте нас: