Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы коррупцион йүнәлештәге хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлау маҡсатында «ышаныс телефоны» эшен дауам итә. 8 (347) 273-59-82 һандарына шылтыратып, ришүәт алыу, вазифауи хәлде үҙ мәнфәғәтендә файҙаланыу, дәүләт хеҙмәтендә эшләүсе кешеләрҙең үҙ бурыстарына намыҫ менән ҡарамау осраҡтары тураһында хәбәр итергә мөмкин. «Ышаныс телефоны» тәүлек әйләнәһенә эшләй, анонимлыҡ гарантиялана.