+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Август 2019, 11:38

Табип яман шеш тураһында һөйләй

Рәсәйҙең баш онкологы Андрей Каприн бөгөнгө дәүерҙең иң ҡурҡыныс ауырыуҙарының береһе — яман шеш тураһында һөйләү өсөн инстаграмда үҙ сәхифәһен булдырған. Бында ул онкологияның килеп сығыуы, һөт биҙҙәренең яман шеше, меланома һәм башҡалар тураһында яҙа, федераль үҙәктә дауаланыу өсөн ниндәй юлдар үтергә кәрәклеген аңлата, диагностика үҙәктәре менән таныштыра. Бөгөн уның сәхифәһенә 55 меңдән ашыу кеше яҙылған, улар табипты һорауҙар менән «күмгән». Яман шешкә ҡаршы көрәш «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе һанала. Онкологиянан яфаланыусылар һанын кәметеү маҡсатында алты йыл дауамында триллион һумға яҡын аҡса йүнәлтеү планлаштырыла.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: