Новости
28 Августа 2019, 12:39

Белем көнөндә алкоголь һатыу тыйыла

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда
Белем көнөндә бөтә ауыл-ҡалаларҙа спиртлы эсемлектәр һатыу тыйыла. Быйыл 1
сентябрь йәкшәмбегә тура килеү сәбәпле, уҡыу йылы 2 сентябрҙән башлана. БР
Дәүләт Йыйылышы — Ҡорлтай депутаттары ҡабул иткән законға ярашлы, 2 сентябрҙә
сауҙа нөктәләрендә алкоголь һатып алыу мөмкинлеге булмаясаҡ. Белеүебеҙсә,
тыйыусы закон шулай уҡ һабантуйҙарға, Йәштәр көнөнә һәм һуңғы ҡыңғырау булған
көнгә ҡағыла.
Читайте нас