+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Сентябрь 2019, 17:21

Һунарсылар иғтибарына!

Росгвардияның Башҡортостан буйынса идаралығының лицензия-рөхсәт хеҙмәте инспекторы Д. Әхмәҙиев көҙгө-ҡышҡы һунар осоронда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында онотмаҫҡа саҡыра. Һунар урынына барып еткәнсе ҡорал патронһыҙ, чехол эсендә булырға тейеш. Сәпте асыҡ күрмәйенсә, тауыш сыҡҡан яҡҡа ғына атырға ярамай. Бынан тыш электр линияларында ултырған ҡоштарға атыу ҙа тыйыла. Көҙгө һунар осоронда хоҡуҡ һаҡсылары ҡағиҙәләрҙең үтәлешен тикшереү буйынса даими рейдтарға сығасаҡ. Законды боҙоусыларға, тыйылған ҡош-кейекте аулаусыларға енәйәти яуаплылыҡ ҡаралған. Һунар итеү буйынса һорауҙарығыҙ булһа, инспекторға 2-24-42 телефонына шылтыратырға мөмкин.
Читайте нас: