+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Сентябрь 2019, 12:00

Әҙиптең юбилейына арнап

Быйыл Башҡортостан ҙур дата — халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығын билдәләй. Ошо уңайҙан Рәсәй почтаһы яҙыусының рәсеме төшөрөлгән конверттарҙы әйләнешкә сығарҙы. Яңы конверттың тиражы 500 мең дана тәшкил итә. Бынан тыш Рәсәй Банкы тарафынан Мостай Кәрим һынландырылған 2 һумлыҡ аҡса ла сығарылды. Уның тиражы өс меңдән ашыу. «Рәсәйҙең билдәле шәхестәре» серияһында сығарылған был тәңкәнең бер яғына «Рәсәй банкы. 2 һум» тип яҙылһа, икенсе яғында шағирҙың портреты, автографы һәм йәшәгән йылдары бирелгән.


Читайте нас: