+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Сентябрь 2019, 12:02

Юлдарға видеокамералар ҡуйыла

«Башинформсвязь» ПАО-һы белдереүенсә, республика юлдарына 600-ҙән ашыу фото- һәм видеофиксация комплекстары ҡуйыла. Ул «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә башҡарыла. Трассаларҙа авариялар иң йыш теркәлгән участкалар һайлап алынасаҡ. Видеокамералар ярҙамында юл-транспорт ваҡиғалары һанын кәметеү, водителдәрҙе уяулыҡҡа саҡырыуҙы маҡсат итеп, был эштәрҙе 2020 йылға тиклем тамамларға иҫәп тота белгестәр. Әле Башҡортостанда 162 комплекс ҡуйылған.
Читайте нас: