+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Сентябрь 2019, 16:20

Киҙеүгә ҡаршы вакцинация башланды

Быйыл Башҡортостанда 1,8 миллион кешегә, шул иҫәптән 418 мең балаға һәм 1,4 миллион өлкән кешегә киҙеүгә ҡаршы прививка эшләү күҙаллана. Тәү сиратта был исемлеккә мәктәпкәсә йәштәге балалар, уҡыусылар, студенттар, хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар, медицина һәм социаль учреждениеларҙа эшләүселәр инә. Быйылғы вакцина киҙеүҙең иң йыш осрай торған штамдарын үҙ эсенә алған. Табиптар шәхси гигиена талаптарын теүәл үтәүҙе лә онотмаҫҡа саҡыра.


Читайте нас: