14 октябрҙән аналог тапшырыуҙары һүндереләсәк һәм һанлы телевидение эшләй башлаясаҡ. Әммә беҙҙең районда 19 ауыл һанлы телевидение иҫәбенә инмәй ҡала әле. Уларҙы юлдаш антенналарына йәки IP-каналдарға тоташтырыу буйынса эш дауам итә. Ташлама менән файҙаланыусы граждандарға был хеҙмәт бушлай күрһәтелә. Улар иҫәбендә — пенсияһына өҫтәмә федераль социаль түләм алыусы пенсионерҙар һәм айлыҡ пособие алыу-сы аҙ тәьмин ителгән, бала тәрбиәләүсе ғаиләләр инә. Тулыраҡ мәғлүмәтте район хакимиәтенең рәсми сайтында табырға мөмкин: http://www.abyalil.ru/news/165/29889.html