+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Сентябрь 2019, 11:14

Бурыслыларҙы асыҡлау маҡсатында

16-һынан 25 сентябргә тиклем район биләмәһендә «Бурыслы» профилактик сараһы үтә. Эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре был осорҙа административ яуаплылыҡҡа тарттырылып, штрафтарын түләмәй йөрөгән граждандарҙы асыҡлау буйынса эш алып барасаҡ. Нигеҙҙә бындай штрафтар йәмәғәт урындарында эскән килеш йөрөгән (20.21-се статья), ваҡ хулиганлыҡ ҡылған (20.1-се статьяның 1-се өлөшө), йәмәғәт урындарында спиртлы эсемлектәр ҡабул иткән (20.20-се статьяның 1-се өлөшө) өсөн һалына. Рейдтарға суд приставтары ла йәлеп ителә. Әйткәндәй, ваҡытында түләнмәгән штрафты икеләтә арттырып ҡайтарырға тура килә.


Читайте нас: