+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Сентябрь 2019, 11:13

Сибайҙа мөнәжәтселәр ярышасаҡ

27 сентябрҙә Сибай ҡалаһында мөнәжәт башҡарыусыларҙың VI төбәк-ара конкурсы үтәсәк. Ҡатнашыусыларға йәш сикләүе юҡ. Мөнәжәт һөйләүселәр өс номинацияла бүләкләнә: мөнәжәт һәм нәсихәт башҡарыу, Мәүлит Ямалетдин тарафынан шиғри юлдарға һалынған Ҡөрьән сүрәләрен һөйләү. Яңғыҙ башҡарыусылар һәм ижади коллективтар айырым баһалана. Заявкаларҙы 26 сентябргә тиклем Сибай ҡалаһы, Таусылар урамы, 14 адресына, сәнғәт колледжына йәки [email protected] электрон адресына ебәрергә. Телефон: 8 (34775) 2-46-32, 8-999-131-18-37.
Читайте нас: