Яҡташыбыҙ, сығышы менән Тәпән ауылынан булған Хәйҙәр Арслан улы Вәлиев Башҡортостандың Конституцион Суды рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Х. Вәлиевты был вазифаға БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары һайланы. 2019 йылдың 28 мартына тиклем ул оҙаҡ йылдар БР Үҙәк һайлау комиссияһын етәкләп, фиҙаҡәр эшләне. Райондашыбыҙға яңы вазифала уңыштар теләйбеҙ.