+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Сентябрь 2019, 11:57

Хаҡлы ялдағылар иғтибарына!

Пенсия фонды идаралығы ташлама менән файҙаланыусыларға 1 октябргә тиклем социаль хеҙмәттәр йыйылмаһын алыу формаһын һайларға кәрәк, тип белдерә. «Ташламалар алыуҙың ғәмәлдә булған формаһын ҡалдырыу өсөн ғариза яҙырға кәрәкмәй, әгәр уны киләһе йылдың 1 ғинуарынан үҙгәртергә теләһәгеҙ, 1 октябргә тиклем ғариза менән мөрәжәғәт итегеҙ», — тинеләр идаралыҡта. Әйткәндәй, быны Пенсия фондының рәсми сайты аша ла эшләргә мөмкин. Әлеге ваҡытта социаль хеҙмәттәр йыйылмаһының хаҡы айына 1121,42 һум тәшкил итә. Шуларҙың 863,75 һумы — кәрәкле дарыуҙар менән тәьмин итеүгә, 133,62 һумы — шифаханаларға юллама биреүгә, 124,05 һумы ҡала яны тимер юлы транспортында дауаланыу урынына барып ҡайтыуға йүнәлтелә.
Читайте нас: