+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Сентябрь 2019, 11:58

Янғын хәүефһеҙлеге тикшерелде

Күсем руднигында һәм Абҙаҡ ауылында урынлашҡан янғын һағы хеҙмәткәрҙәре Яңы Балапан урта мәктәбендә янғын хәүефһеҙлеген тикшереү буйынса тактик күнекмә үткәрҙе. «Легенда»ға ярашлы, мәктәптең беренсе ҡатында — ашхана урынлашҡан бүлмәлә электр сымдарының төҙөк булмауы арҡаһында янғын сыға һәм ут бина буйлап тарала. Һаҡ ҡорамалы төтөн булыуы хаҡында автоматик сигнал ебәрә һәм янғын сигнализацияһы эшләй башлай. Мәктәп етәкселеге янғын һағына ла шылтыратып, балаларҙы эвакуациялауҙы башлай. Урынға килеп еткән янғын һүндереүселәр уттың сығанағын табып, персонал һәм балаларҙы бинанан сығарып, ғәҙәттән тыш хәлде иҫкәртә. Тактик күнекмә барышында уҡытыусы һәм уҡыусыларҙың ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙерлеге, эвакуация планын белеүе, хеҙмәттәрҙең үҙ-ара бәйләнешле эшләүе тикшерелде һәм баһаланды. Сара һуңынан профилактик дәрес үткәрелде.
Читайте нас: