Бынан алдағы ял көндәрендә балалар майҙансығын кәртәләү, уйын ҡорамалдарын ултыртыу буйынса башланған эште был йәкшәмбелә лә дауам итер өсөн Әбйәлил ауылының әүҙем кешеләре тағы өмәгә сыҡты. Ир-егеттәр әүһәләктәрҙең терәүҙәрен ҡуйҙы, ҡатын-ҡыҙҙар уларҙы буяны. Киләһе ял көндәрендә ойоштороласаҡ өмәгә халыҡ әүҙемерәк сыҡһа ине, тигән теләктә был изге эштең башында тороусылар.