-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Октябрь 2019, 12:03

Тәмәке тартҡан баланың ата-әсәһе штраф түләйәсәк

Рәсәйҙә бәлиғ булмаған балалар тәмәке тартҡан осраҡта, уларҙың ата-әсәһенә штраф һалыуҙары ихтимал. Хөкүмәттә ошо юҫыҡтағы закон әҙерләнә. Эске эштәр министрлығы тәҡдим иткән был проектҡа ярашлы, бәлиғ булмағандар тарафынан ҡылынған хоҡуҡ боҙоуҙар араһында тәмәке тартыу тураһында ла мәғлүмәт йыш осрай, шуға баланы тейешле тәрбиәләмәгән ата-әсәне яуаплылыҡҡа тарттырырға ниәтләй депутаттар. Әммә штраф күләме аныҡланмаған. Әйткәндәй, закон сығарыусылар янғын хәүефһеҙлегенең яңы ҡағиҙәләренә ярашлы, тип, балкон һәм лоджияларҙа көйрәтеүҙе лә тыйҙы.
Читайте нас: