-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Октябрь 2019, 12:05

Йәш белгестәр йорт төҙөүгә ағас алыу мөмкинлегенә эйә

Республикала өс һәм унан күберәк бала йәки инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр, шулай уҡ урман тармағында эшләүсе 35 йәшкә тиклемге белгестәр йорт, ихаталағы башҡа ҡоролма төҙөү, уларҙы ремонтлау йәки йылытыу өсөн ағас алыу хоҡуғына эйә. Был норма ауыл ерендә йәшәгән һәм шәхси торлаҡ төҙөү, шәхси хужалыҡ алып барыу өсөн тәғәйенләнгән ер участкалары булған граждандарға ҡағыла. Өй һалыуға — 25 йылға бер тапҡыр, 110 кубометрға тиклем, йортто ремонтлауға — 5 йыл дауамында 25 кубометрға тиклем, ҡаралты төҙөүгә 5 йыл дауамында 50 кубометрға тиклем, йылытыуға йылына 20 кубометрға тиклем ағас бүлеү ҡаралған, тип билдәләй БР урман хужалығы министры урынбаҫары В. Вәхитов.


Читайте нас: