+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Октябрь 2019, 13:20

Хәрби хәрәкәттәр ветерандары йыйыла

26 октябрҙә Асҡарҙа, район мәҙәниәт һарайында, хәрби хәрәкәттәр ветерандарының ҙур йыйыны үтәсәк. Унда Рәсәй «Боевое братство» ойошмаһының Башҡортостан Республикаһындағы төбәк бүлексәһе етәксеһе, отставкалағы полковник Альберт Нияз улы Шаһиморатов, Урал аръяғы райондары — Сибай, Баймаҡ, Йылайырҙан хәрби хәрәкәттәр ветерандары, хәрби комиссар Рөстәм Ғәҙелшин, ДОСААФ етәксеһе Айрат Хәкимов, район хакимиәте вәкилдәре һәм башҡалар ҡатнашыуы көтөлә. Йыйылышта «Боевое братство» ойошмаһының Әбйәлил филиалына яңы актив һайланасаҡ, етәкселәр билдәләнәсәк. Бынан тыш яугир-интернационалистар һәм Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәр ветерандары иҫтәлегенә ҡуйылған мемориалдарға сәскәләр һалыу планлаштырыла. Башлана 10 сәғәт 30 минутта.
Читайте нас: