+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Октябрь 2019, 13:24

Уҡ атыу оҫталары араһында Бейеш батыр иҫтәлегенә турнир

19 – 20 октябрҙә беҙҙең районда тәүге тапҡыр уҡ атыу буйынса ҙур турнир ойошторола. Ул Бейеш батыр иҫтәлегенә арнала. «Юрға» ат-спорт мәктәбе янында уҡсылар йәйәү атыуҙа һәм һыбай килеш сәпкә тейҙереүҙә мәргәнлеген һынаясаҡ. Ҡатнашыусылар 8 – 13 йәшлектәр, 14 – 17 йәшлектәр һәм 18 йәштән ололар төркөмдәренә бүленеп ярышасаҡ. Үҙең менән уҡ-һаҙаҡ килтереү, милли кейемдә булыу мотлаҡ талап. Башлана 10 сәғәт 30 минутта. Тулыраҡ мәғлүмәтте https://vk.com/mergenyk?w=wall-125550762_1945 һылтанмаһы буйынса табырға мөмкин.


Читайте нас: