+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Октябрь 2019, 10:14

"Иҙел" халыҡ-ара фестивале үтә

15 - 16 ноябрҙә баш ҡалабыҙ Өфөлә, "Башҡортостан" концерт залында башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусыларҙың "Иҙел" халыҡ-ара фестиваль-конкурсы уҙғарыла. Конкурста Башҡортостан, Татарстан Республикалары һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендәге вуздарҙа һәм урта махсус уҡыу йорттарында белем алыусы студенттар ҡатнаша. Улар "Башҡорт йыры", "Татар халыҡ йыры", "Автор йыры", "Академик йыр" һәм башҡа номинацияларҙа үҙҙәрен һынаясаҡ. Тәүге көн тулыһынса бәйге булһа, икенсе көндә еңеүселәр гала-концертта, Иҙрис Ғәзиев, Мөнир Яҡупов, Флүрә Килдейәрова, Рәфис Сирусин, Зәлиә Бәхтиева кеүек билдәле эстрада йондоҙҙары менән бергә сығыш яһаясаҡ.

Был проект 2011 йылдан бирле эшләп килә һәм йәш йырсылар араһында ҙур популярлыҡ яулай бара. Быйыл ул "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә уҙа.
Читайте нас: