+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Октябрь 2019, 12:05

Күп балалы ғаиләләр транспорт һалымы түләмәй

Белеүегеҙсә, милек һалымдарын түләүҙең һуңғы көнө — 2 декабрь. БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары былтыр декабрҙә «Һалым тураһында» БР Законына индергән үҙгәрештәргә ярашлы, күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләр транспорт һалымынан азат ителде. Был ташлама двигатель ҡеүәте 150 ат көсөнә тиклем булған еңел автомобилдәргә ҡағыла. Ташламаға хоҡуҡты раҫлау өсөн кәрәкле документтар йыйылмаһы менән урындағы һалым инспекцияһына мөрәжәғәт итергә кәрәк.


Читайте нас: