29 сентябрҙә үҙ көсөнә ингән Пенсия фонды идаралығы күрһәтмәһенә ярашлы, шәхси теркәлеү формаһында үҙгәрештәр була. Бөтәбеҙҙә лә булған «йәшел карточка» — СНИЛС урынына шәхси иҫәп һаны күрһәтелгән белдереү ҡағыҙы биреләсәк. Уны, кәрәк булһа, электрон рәүештә лә ҡулланырға мөмкин. Алдан бирелгән СНИЛС-тар ҙа үҙ көсөндә ҡала.