+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Ноябрь 2019, 11:52

Хажға барыусыларҙы яҡлаусы закон

1 ноябрҙән үҙ көсөнә ингән Федераль законға ярашлы, изге, дини урындарға хаж ҡылыусыларҙы яҡлау, мутлыҡ менән булышыусы енәйәтселәрҙән аралау маҡсатында хаж урындарына пассажирҙар ташыу менән туристик ойошмалар шөғөлләнмәйәсәк. Был хоҡуҡ тулыһынса дини ойошмаларға тапшырыла. Хаҡ мосолмандар йылына бер тапҡыр Мәккәгә барып ҡайтыуҙы үҙенең намыҫ эше, рух ҡушыуы тип һанай, ошо турға бер кешегә генә 180 мең тирәһе аҡса китә. Был төрлө алдаҡсы, енәйәтселәргә юл аса. Һуңғы ике йылда ғына мутлашыусылар арҡаһында 140 мосолман зыян күргән. Шуға күрә, закон сығарыусылар Мәккәгә барыуҙы тик дини ойошмалар атҡарырға тейеш тип иҫәпләй. Шул уҡ мәлдә был сәфәргә үҙ аллы барыу ҙа сикләнмәй.
Читайте нас: