+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Ноябрь 2019, 11:53

Пенсионерҙарға ташламалы туристик путевкалар

13 ноябрҙән республикала йәшәүсе оло быуын вәкилдәренә һәм инвалидтарға туристик путевкаларҙың бер өлөшөн субсидиялаусы сертификаттар тапшырыла башлай, тип яҙа «Башинформ». Ул Башҡортостанда туризмды үҫтереү буйынса дәүләт программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Эксперт советы пенсионерҙар өсөн 131 туристик социаль тур һайлаған, йыл аҙағына тиклем путевкаларҙы 1530 хаҡлы ялдағы кешегә биреү планлаштырыла. Сертификат юллау өсөн «Ғаилә» район-ара үҙәктәренә мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Читайте нас: