БР Башлығы Р. Хәбиров ҡул ҡуйған Указға ярашлы, республикала шәхси йорттарға «зәңгәр яғыулыҡ» үткәреүгә сертификаттар бирелә башланы. «Газ селтәре килгән ауылдарҙа ла халыҡ «зәңгәр яғыулыҡ» менән ҡулланырға ашыҡмай икәнлеген асыҡланыҡ, — ти Радий Фәрит улы. — Бының сәбәбе: уңайлылыҡтың үтә ҡиммәт хаҡҡа төшөүендә. Тотороҡло килеме булмаған, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр газ үткәрергә ынтылмай. Шуға күрә, Башҡортостанда йәшәүселәр өсөн сертификат булдырырға ҡарар иттек. Уның менән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, хәрби хәрәкәттәр инвалидтары, инвалидтар, күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләр файҙалана ала». Сертификаттар ике номиналда — 60 һәм 100 мең һумлыҡ — бирелә. 11 ноябрҙән алып, әйтеп үтелгән категория граждандары, документты юллау өсөн күп функциялы үҙәктәргә мөрәжәғәт итә ала.