+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ноябрь 2019, 12:06

Ижадсыларҙың эштәре тикшерелде

Әсхәл Әхмәт Хужа исемендәге әҙәби ойошма йәш ижадсыларҙың ҡулъяҙмаларын тикшерергә Ишҡол ауылы китапханаһына йыйылды. Гөлфиә Ниғмәтуллина, Нәркәс Ҡәйепҡолова — шиғырҙарын, Илгиз Истамғәлин менән Нәрисә Уйылданова хикәйәләрен жюри хөкөмөнә тәҡдим итте. Улар ижад емештәрен төрлө баҫмаларҙа сығарып, конкурс-бәйгеләрҙә лә ҡатнашырға өлгөргән. Әҙәби ойошма етәксеһе Иҙрис Ноғоманов, шағирә Фәнүзә Биктимерова әҫәрҙәргә ентекле анализ яһағандан һуң, етешһеҙлектәрҙе, ыңғай яҡтарҙы билдәләне, баҫтырыуға әҙерләргә тәҡдим итте. Сараға йыйылыусылар Лилиә Яҡупованың моңло йырҙарын тыңлап, Әлфинә Дауытованың дәртле бейеүҙәрен ҡарап, ижадсыларҙы йылы ҡабул иткән китапханасы Руфина Ирғәлинаға рәхмәт әйтеп таралышты.

Зөһрә БӘШӘРОВА.


Читайте нас: