Эске эштәр бүлегенең акт ҡағыҙҙары буйынса инспекторы С. Ҡараҡаев әйтеүенсә, халыҡҡа үҙе йыйған төҫлө һәм ҡара металды һатыу өсөн ташыу тыйыла. Хоҡуҡ һаҡсыһы аңлатыуынса, был тимер-томор шәхси ихатала йыйылһа ла, автомобиль йә башҡа кәрәкмәгән ҡорамалдарҙан артып ҡалһа ла, РФ Административ кодексының 14.26-сы статьяһына ярашлы, лом, ҡара һәм төҫлө металды ташыу, һаҡлау өсөн 2500 һумға тиклем штраф ҡаралған. Йәғни Федераль закон нигеҙендә тимер-томорҙо һатырға теләһәгеҙ, лицензияһы булған махсус хеҙмәттәргә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ағымдағы йылда ғына кәрәкмәгән алмаш өлөштәрен, автомашинаның корпусын һатырға тип ҡалаға китеп барған район кешеләренә ҡарата 12 административ эш асылған.