Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ноябрь 2019, 13:03

Башҡортса аудиокитаптар сайты эшләй

БДУ-ның Сибай институты гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү буйынса ил Президенты грантына лайыҡ булып, был сараларҙы башҡорт әҙәбиәте классиктарының аудикитаптар сайтын булдырыуға йүнәлтте. Проектты тормошҡа ашырып, бер төркөм уҡытыусылар башҡорт әҙиптәренең 106 әҫәрен яҙҙырҙы һәм уларҙы www.audiokitap.ru сайтына урынлаштырҙы. Был һылтанма буйынса инеп, башҡорт яҙыусыларының шиғыр-поэмаларын, хикәйә, хикәйәт, новелла, повесть һәм романдарын башҡорт һәм рус телдәрендә тыңларға мөмкин.
Читайте нас в