+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ноябрь 2019, 13:54

Архивтан сираттағы конкурс

Башҡортостан Республикаһының Архивтар эше буйынса идаралығы һәм Милли архив 2020 йылдың 20 мартына тиклем «Беҙ — Бөйөк Еңеүҙең йылъяҙмаһын яҙыусылар» тип исемләнгән асыҡ республика конкурсы үткәрә. Ул Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арнала. Тарихи хәтерҙе һаҡлау, йәш быуындың Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарына иғтибарын арттырыу, уҡыусы һәм студенттарҙы тарихи-эҙләнеү эштәренә йәлеп итеү маҡсатында уҙғарылған конкурста ҡатнашыу өсөн эштәрҙе киләһе йылдың 10 ғинуарына тиклем Асҡар ауылы, Тыныслыҡ урамы, 1 адресына ебәрергә кәрәк. Тулыраҡ мәғлүмәтте www.abyalil.ru/archive сайтында табырға мөмкин.


Читайте нас: