+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ноябрь 2019, 13:55

Һәләтле студенттар өсөн гранттар

Рәсәй Президенты Владимир Путин һәләтле студенттарға өҫтәмә дәүләт ярҙамы тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, 2020 йылдың 1 сентябренән Рәсәй Федерацияһы Президенты гранттары һаны 6,5 меңгә тиклем арттырыла. Шуларҙың 5 меңе — урта звено, бакалавриат һәм специалистар әҙерләү программалары, 1,5 меңе магистратура программалары буйынса уҡып, яҡшы өлгәшкән, төрлө конкурс-бәйгеләрҙә еңеүсе булған студенттарға бирелә. Президент грантының күләме 20 мең һум тәшкил итә.


Читайте нас: