Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары быйыл шишәмбегә тура килгән 31 декабрҙе ял көнө итеү идеяһын хупланы. «РИА яңылыҡтар хеҙмәте хәбәр итеүенсә, закон сығарыусылар йыл дауамында байрам көндәренең дөйөм һанын һаҡлау шарты менән Яңы йыл билдәләнгән 31 декабрҙе ял көнө итергә мөмкин, тигән. Мәҫәлән, ҡайһы бер өлкәләрҙә шишәмбенең эш көнөн шәмбегә — 28 декабргә күсергәндәр. Төбәктәр бындай ҡарарҙы үҙ аллы ҡабул итергә хоҡуҡлы.