-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ноябрь 2019, 13:32

Яңы йыл байрамдарында араҡы һатыу сикләнеүе ихтимал

Башҡортостанда йәшәүселәр Яңы йыл каникулдарында республикала спиртлы эсемлектәрҙе һатыуҙы сикләүсе закон проекты хаҡында фекер алышыуҙа ҡатнаша ала. БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай әҙерләгән яңы закон проекты алкоголле эсемлектәрҙең кире эҙемтәләрен кәметеүгә йүнәлтелгән һәм Яңы йыл байрамдары мәлендә берәмләп һатыуға сикләү индереүҙе күҙ уңында тота. 3 ғинуарҙа араҡы-һыра һатыу бөтөнләй тыйыла, ә 4 – 6 ғинуарҙа иртәнге сәғәт 10-дан төшкө сәғәт 2-гә тиклем генә һатыласаҡ. Яңы йыл мәлендә эскелек көсәйеүе арҡаһында төрлө фажиғәләр артыу сәбәпле, был мәсьәләне хәл итеү юлын эҙләргә БР Башлығы Радий Хәбиров тәҡдим иткәйне. «Ҡышҡы каникулдар 10 көн дауам итә. Бөтәһе лә уны ипле, әҙәпле генә итеп үткәрмәй, шешә төбөнә «сумыусылар» күбәйә, — тине төбәк етәксеһе. — Криминоген хәүеф тә арта. Шуға күрә ошо осорҙа алкоголь менән сауҙа итеүҙе сикләүсе хоҡуҡи документ кәрәк». Закон проекты буйынса үҙ фекерҙәрегеҙҙе төбәк интернет-порталында http://regulation.bashkortos-tan.ru/projects#npa=7798 ҡалдырырға була.
Читайте нас: