Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күп бала тәрбиәләүсе гүзәл заттарға «Әсәлек даны» миҙалдарын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында беҙҙең райондан әсәйҙәр булыуы ла ҡыуаныслы. Оксана Ансар ҡыҙы Әүбәкирова, Гөлсара Фәрит ҡыҙы Дауытова, Әминә Жәүәт ҡыҙы Махийәнова республика Башлығы ҡулынан мәртәбәле миҙалды алып ҡыуанды.