13 декабрҙә 11 сәғәттә район хакимиәтендә муниципаль район Советының сираттағы, 28-се ултырышы үтә. Көн тәртибендә түбәндәге мәсьәләләр ҡарала:
1. Муниципаль райондың социаль-иҡтисади үҫеше буйынса 11 ай йомғаҡтары.
2. Муниципаль район Советының 285-се һанлы ҡарарына үҙгәрештәр индереү.
3. Әбйәлил районы муниципаль районының 2020 йылға һәм 2021 – 2022 йылдарҙың планлы осорона бюджетын раҫлау.
4. Әбйәлил районы муниципаль районының 2020 йылға һәм 2021 – 2022 йылдарҙың планлы осорона социаль-иҡтисади үҫеше прогнозы.
5. Муниципаль район биләмәһендә муниципаль контроль һәм урындағы үҙидара органдары төрҙәре тәртибен раҫлау.
6. Урындағы үҙидара органдарында хеҙмәт хаҡын арттырыу.