+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Декабрь 2019, 12:28

БР Дәүләт Йыйылышы 31 декабрь ял итеүгә ҡаршы


Яҙып үтеүебеҙсә, закон сығарыусылар, йыл дауамындағы ял көндәренең дөйөм һанын арттырмайынса, быйыл шишәмбегә тура килгән 31 декабрҙе ял итеп билдәләргә мөмкин, тигәйне. Әммә БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә хупланған был инициативаға теләктәшлек белдермәне. Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, Башҡортостанда илдең төп байрамдарынан тыш, былай ҙа Республика көнө, Ураҙа һәм Ҡорбан ғәйете кеүек ял көндәре бар. Яңы йыл көнө булараҡ байрам ителгән 31 декабрь быйыл эш көнө, уны башҡа көнгә күсереү башҡарма власть органдары ҡарамағына ҡайтып ҡала.
Читайте нас: