-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Декабрь 2019, 12:29

«Комендант сәғәте»н оҙайтыуҙары ихтимал

БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республикала бәлиғ булмағандар өсөн «комендант сәғәте»н оҙайтырға ниәтләйҙәр. Законға ярашлы, ул әле ҡышҡы миҙгелдә киске сәғәт 10-дан иртәнге 6-ға тиклем, йәйгеһен төнгө 12-нән таңғы 6-ға тиклем дауам итә. Йәғни ошо арауыҡта балалар һәм үҫмерҙәргә ата-әсә (опекун) оҙатыуынан тыш йәмәғәт урындарында йөрөү тыйыла. Депутаттар йәйге «комендант сәғәте»н киске сәғәт 11-ҙән тәғәйенләргә ниәтләй. Быны улар 1 майҙан 30 сентябргә тиклемге осорҙа үҫмерҙәрҙең төнөн ҡарауһыҙ йөрөүенә зарланыуҙар күп булыуы һәм йәйге ваҡытҡа күсмәү менән аңлата. «Йәйгеһен дә ҡараңғы иртә төшә, шуға балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн «комендант сәғәте» бер сәғәткә күберәк булырға тейеш», — ти К. Толкачев.


Читайте нас: