Республика Башлығы Радий Хәбиров район һәм ҡала башҡорттары ҡоролтайы етәкселәре менән осрашты. «Түңәрәк өҫтәл» артында барған һөйләшеүҙең төп темаһы — башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү булды. Был сарала ҡоролтай вәкилдәре республика етәксеһенә 2020 йылды Башҡорт теле йылы итеп иғлан итергә тәҡдим итте һәм Радий Фәрит улы был инициативаны хупланы. «Башҡорт телен үҫтереү һәм уға яңы һулыш өрөү — тик беҙҙән тора», — тине ул. Бынан тыш, Башҡортостан Башлығы киләһе йылда Башҡорт ырыуҙары парадын үткәреү идеяһына ыңғай ҡарашын белдерҙе һәм милли көрәште үҫтереү кәрәклегенә баҫым яһаны.